Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күмертау ҡалаһы буйынса бүлегенә 1959 йылғы ир мөрәжәғәт иткән. Баҡтиһәң, ул мутлашыусылар ауына эләгеүҙән саҡ ҡотолап ҡалған. Мәғлүм буйынса, уға билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен кеҫә телефоны компанияһы хеҙмәткәре, тип таныштыра. Сим-картаның ваҡытын оҙайтыу һылтауы менән уны смс-хәбәр аша кодты әйтергә күндерәләр. Һуңынан мутлашыусылар дәүләт хеҙмәттәре порталы хеҙмәткәрҙәре булып шылтыратып, шәхси мәғлүмәттәрҙең “урланыуы” тураһында хәбәр итә. Йәнәһе, әле уның исеменән билдәһеҙ кешеләр кредит алырға тырыша. Мутлашыусыларҙың уйлап сығарылған ғәмәлдәрен булдырмау өсөн банктың ялған хеҙмәткәрҙәре ҡорбанына кредит алырға, ә һуңынан аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә тәҡдим итә. Телефон аша һөйләшкәндән һуң ғариза биреүсе, мутлашыусыларҙың күрһәтмәләре буйынса, Күмертау ҡалаһының “ВТБ” банкы бүлексәләренең береһенә юллана. Бер миллион һумлыҡ кредитты рәсмиләштергәндән һуң, ир мутлашыусыларға аҡса ебәрергә өлгөрмәй, сөнки банк хеҙмәткәрҙәре ҡулаҡса бирмәй. Финанс ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре клиенттарының мутлашыусыларҙың йоғонтоһонда аҫтында булыуын аңлай һәм ғариза биреүсенең иҫәптәрен ябып ҡуя. Улар был аҡсаның аферистар ҡулына күсеүен аңлап, полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был осраҡ буйынса мутлашыуға маташыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Рәмилә Мусина фотоһы.