Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

18 миллионға алдағандар...

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә 40 мутлашыу осрағы тураһында мәғлүмәт килгән. Уҙған тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 18 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығына 88 йәшлек ҡатын алданыуы тураһында ғариза биргән. Мәғлүм булыуынса, уның стационар телефонына билдәһеҙ номерҙан шылтыратҡандар. Билдәһеҙ кеше өлкән йәштәге ҡатынға ҡыҙының юл фажиғәһенә эләгеүе тураһында хәбәр иткән. Һөйләшеү барышында мутлашыусы уға хәлде яйға һалыу өсөн түләргә кәрәклегенә ышандыра. Пенсионерҙан 400 мең һум аҡса курьер килеп ала. Ошо уҡ мутлашыу тоҙағына 79 йәшлек пенсионер ҡатын да эләгә. Ҡыҙын ҡотҡарырға өмөтләнеп, курьерға 100 мең һум аҡса биргән. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йәрмәкәй районы буйынса бүлегенә консультация ойошмаһында эшләгән 39 йәшлек ҡатын үҙен алдауҙары тураһында ғариза яҙған. Ҡатын әйтеүенсә, уға телефон аша шылтыратып, банк хеҙмәткәре булып танышҡандар. Мутлашыусылар ҡатынға уның ис

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә 40 мутлашыу осрағы тураһында мәғлүмәт килгән. Уҙған тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 18 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығына 88 йәшлек ҡатын алданыуы тураһында ғариза биргән. Мәғлүм булыуынса, уның стационар телефонына билдәһеҙ номерҙан шылтыратҡандар. Билдәһеҙ кеше өлкән йәштәге ҡатынға ҡыҙының юл фажиғәһенә эләгеүе тураһында хәбәр иткән. Һөйләшеү барышында мутлашыусы уға хәлде яйға һалыу өсөн түләргә кәрәклегенә ышандыра. Пенсионерҙан 400 мең һум аҡса курьер килеп ала. Ошо уҡ мутлашыу тоҙағына 79 йәшлек пенсионер ҡатын да эләгә. Ҡыҙын ҡотҡарырға өмөтләнеп, курьерға 100 мең һум аҡса биргән. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йәрмәкәй районы буйынса бүлегенә консультация ойошмаһында эшләгән 39 йәшлек ҡатын үҙен алдауҙары тураһында ғариза яҙған. Ҡатын әйтеүенсә, уға телефон аша шылтыратып, банк хеҙмәткәре булып танышҡандар. Мутлашыусылар ҡатынға уның исеменән кредит алырға теләгәндәрен әйткән. Һөйләшеү барышында уға үҙенә кредит алып, яҡындағы банкоматтан аҡсаны алып, артабан “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә кәрәклеген аңлаталар. Ғариза биреүсе дүрт миллион һумға яҡын кредит ала һәм был аҡсаны мутлашыусылар күрһәткән билдәһеҙ банк иҫәбенә күсерә. Ошондай уҡ ғариза менән Эске эштәр министрлығының Дүртөйлө районы буйынса бүлегенә 56 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уның белдереүенсә, шылтыратыусы үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип таныштырған һәм кредитты рәсмиләштереүҙе туҡтатырға кәрәклеген әйткән. Ҡатын яҡындағы банкоматтан аҡса ала, ә һуңыраҡ мутлашыусыларҙың банк иҫәбенә күсерә. Алданған ханым 640 мең һумға яҡын аҡса күсергән, шуларҙың 25 мең һумы ғына - шәхси тупланма, ә ҡалғандары – кредит. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: бик уяу һәм һаҡ булығыҙ. Финанс операцияларын банк бүлексәләрендә генә башҡарығыҙ. Шикле тәҡдимдәргә ышанмағыҙ. Ошондай осраҡтарҙа шунда уҡ туғандарығыҙ менән бәйләнешкә инегеҙ һәм полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Өлкән йәштәге туғандарығыҙға билдәһеҙ кешеләргә аҡса бирергә ярамай, тип аңлатығыҙ. Фото: https://t.me/mvd_rb/11750 - скриншот.