«Рәсәй туры» күп көнлөк ярышы алты этаптан торасаҡ. Тәүге өс этап республикабыҙ биләмәһендә график буйынса үтәсәк: 11 июль, 1-се этап, 160 км (Келәш - Яңы Троицк - Ҡара Яҡуп - Келәш). 11: 00 сәғәттә башлана. 12 июль, 2-се этап, 126 км (Ҡалтыман – Охлебинин - Ҡалтыман). 11: 00 сәғәттә башлана. 13 июль, 3-сө этап, 120 км (Өфө, Еңеү паркы – Биатлон - Еңеү паркы). 10: 00 сәғәттә башлана. Киләһе өс этап Удмурт Республикаһы биләмәһендә үтәсәк, велоуҙыш 16 июлдә Воткинск ҡалаһында тамамланасаҡ. «Рәсәй туры» маршрутының дөйөм оҙонлоғо 770 саҡрым тәшкил итә. Ярыштарҙа илебеҙҙең 18 субъектынан, шулай уҡ Беларусь Республикаһынан Рәсәйҙең иң көслө уҙышсыларының ҡатнашыуы планлаштырыла. - Донъялағы тотороҡһоҙ сәйәси хәлгә ҡарамаҫтан, беҙ илдә халыҡ-ара ярыштар уҙғарыуға өлгәшәбеҙ. Рәсәй туры ике республикабыҙҙың - Удмурт һәм Башҡортостандың ғәҙәттән тыш матурлығын һәм мәҙәниәтен күрһәтергә булышлыҡ итер. Киләсәктә яңы илдәр ҙә ҡушылыр, тип ышанабыҙ ,- ти Велоспорт буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Иракли Абрамян. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 3 июлдә, Көйөргәҙе районында адаптив туризм буйынса ярыштар башланды. https://resbash.ru/news/sport/2024-07-03/v-bashkirii-sostoitsya-start-mezhdunarodnoy-mnogodnevnoy-velogonki-tur-rossii-3832998 Альберт Заһиров фотоһы.
Башҡортостанда "Рәсәй туры" халыҡ-ара велоуҙыштың тәүге этабы үтә
3 июля 20243 июл 2024
1 мин