3 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең оператив штабы ултырышын уҙғарҙы. Унда министрлыҡ һәм ведомство, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибендә энергетика, транспорт объекттары һәм сәнәғәт майҙансыҡтарының террорға ҡаршы һаҡланыуын нығытыу мәсьәләһе ҡаралды. -Быйыл тәүге ярты йыллыҡта был һорау буйынса бер нисә тапҡыр йыйылдыҡ. Ҡарарҙар ҡабул иттек, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн был арауыҡта эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһайбыҙ, артабанғы сараларҙы билдәләйбеҙ.Объекттарҙы әүҙем һәм пассив һаҡлауҙы тәьмин итеү мөһим. Был беҙҙең яуаплылыҡ. Ултырышта ҡатнашыусылар айырыуса мөһим объекттарҙы диверсия-террористик һөжүмдән (шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланып) һаҡлауҙы тәьмин итеү буйынса ҡабул ителгән сараларҙы тикшерҙе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.