Республиканың йылға-күлдәрендә һыуға батып үлеүселәр һаны арта. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү тыйылыуға ҡарамаҫтан, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоусылар һаман күп. 2 июлдә көндөҙ республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары Тере Танып йылғаһы төбөнән 21 йәшлек егеттең кәүҙәһен алып сыҡҡан. Фажиғә Борай районының Ҡуҙбай ауылы янында булған. Ведомство мәғлүмәте буйынса, кисә кискеһен өс дуҫ йылғаға һыу инергә киткән. Ниндәйҙер мәлдә уларҙың береһе һыу аҫтына киткән һәм иптәштәре уны күҙҙән юғалтҡан. Дуҫтары ҡотҡарыусыларҙы саҡырған, әммә егеттең кәүҙәһен тик икенсе көндә генә тапҡандар. Осраҡ буйынса тикшереү бара. Һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, рөхсәт ителгән генә урында ҙыуға төшөгөҙ! Фото: МЧС