Өфө ҡалаһында Евразия ғилми белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров II республика йәштәр закондар сығарыу форумында ҡатнашыусылар менән осрашты. – Беҙ һеҙҙе бында аңлы рәүештә саҡырҙыҡ, иң беренсе сиратта беҙҙең вуз-ара студенттар кампусын күрһәтергә, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ әле кампустың икенсе сиратын төҙөйбөҙ, "Мәктәптәр – 21" белем биреү проектының стенаһын күтәрә башланыҡ. Шунда уҡ геном лабораторияһы урынлашасаҡ. Радий Хәбиров әйтеүенсә, беҙҙә йәштәр иҫ киткес шәп һәм маҡсатлы. Студенттар өсөн һәр йәһәттән дә уңайлы булған шарттарҙың булдырылыуы улар өсөн бик мөһим. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.