Өфөлә "Global Management Challenge-2024" стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса чемпионатының милли финалы бара. Сарала Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән бөтәһе 500-ҙән ашыу конкурсант ҡатнаша. Финал барышында “Идарасыларға саҡырыу: киләсәккә ҡарайбыҙ” сессияһы уҙғарылды. Йәнле һөйләшеүҙә филология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль идара итеү кафедраһы етәксеһе Илшат Рысаев, идаралыҡ кадрҙары әҙерләү буйынса Президент программаһы дирекцияһы етәксеһе, социология фәндәре кандидаты Светлана Андреева, иҡтисад фәндәре кандидаты, профессор, Урал федераль университетының бизнес-мәктәбе директоры Лариса Малышева, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының фәнни һәм ойоштороу эштәре буйынса проректоры Роман Ободец ҡатнашты. Илшат Рысаев “Дәүләт кадрҙары сәйәсәтенең заманса трендатары” темаһына сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, киләсәккә кадрҙар әҙерләгәндә элекке парадигмаға һис тә таянырға ярамай. Светлана Анд