Найти тему

Мөғжизә менән иҫән ҡалғандар

Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында туғыҙ ҡатлы йортта газ шартлап, 11 фатир зыян күрҙе, бер кеше һәләк булды, алты кеше йәрәхәттәр алды. Домофон камераһына төшөрөлгән видеояҙмала подъезд алдында балалар коляскаһы торғаны, ә өлкәнерәк ҡыҙҙың ишекте асһындар өсөн шылтыратҡаны күренә. Шул секундта шартлау булып, уның көсө менән ишек ныҡ итеп асылып китә, балаларҙы ситкә алып ырғыта. Илау тауыштары ишетелә. Подъездан ут ҡапҡан кеше сығып йүгерә... Был балаларҙың кем булыуына асыҡлыҡ индерелде. Лилиә исемле ҡатын ике балаһы менән поликлиникаға бара. Ҡайтҡанда әсә кеше өлкән ҡыҙынан урамда туғанына күҙ-ҡолаҡ булып ҡалып тороуын үтенә, ә үҙе аҙыҡ-түлек тулы пакеттарын фатирға алып инеп ҡалдыра ла балалар артынан сыҡмаҡсы була. Ул өйөнә инеү менән шартлау яңғырай... Лилиә үҙе зыян күрмәгән тиерлек, 10 йәшлек ҡыҙының, ҡапыл асылып киткән ишеккә бәрелеп, ҡулы һынған һәм башы йәрәхәтләнгән, бәләкәйе ныҡ имгәнмәгән, шулай уҡ башы бәрелгән һәм тәне һыҙырылған. Уларҙы дауаханала табиптар тикшергән һәм тейешле ярҙам күрһәткән. Ярай әле ғаилә тағы ла олораҡ бәләгә тарымаған. Мөғжизә менән иҫән ҡалғандар тиергә була. Фото: домофон камераһынан скриншот.