"Global Management Challenge – 2024" тигән стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса чемпионаттың милли финалы Өфө ҡалаһында дауам итә. Мөһим сарала Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән бөтәһе 500-ҙән ашыу конкурсант ҡатнаша. Башҡортостан Башлығының кәңәшсеһе Андрей Быков "Һиндостандан нисек өҫтөн булырға?" тигән тема буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Андрей Юрьевич инфляция, уның эҙемтәләре һәм уны юҡҡа сығарыу юлдары тураһында һөйләне, инфляцияның финанс пирамида булыуына баҫым яһаны. "Идара итеүселәргә ҡағыла, киләсәк менән йәшәйбеҙ" исемле тема буйынса панель сессия ла ҡыҙыҡлы уҙҙы. Унда танылған ғалимә Наталья Евтихеева, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры Илшат Рысаев һәм башҡалар сығыш яһаны. Чемпионттың милли финалы бөгөн тамамлана. Еңеүселәр иһә Һиндостандың баш ҡалаһы Дели ҡалаһында Рәсәйҙең данын яҡлай. Фото: Илдар Аҡъюлов.