“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы һөҙөмтәһендә Салауат ҡалаһы танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, йәмәғәт киңлектәре халыҡтың яратҡан урынына әүерелә бара. Салауат Юлаев бульварындағы Батыр аллеяһы ҡалаға килгән һәр кемдең иғтибарын тарта. Бында ҙур үҙгәртеү эштәре дауам итә. Йосоповтар ғаиләһе аллея майҙанында йыш булырға ярата. “Һәр аҙна һайын ял итергә киләбеҙ. Бында балалар майҙансығы бик яҡшы, уйнау өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ҡыҙыбыҙға бәүелткестәр оҡшай. Фонтан майҙанды йәмләй”, - ти Йосоповтар. Кескәйҙәр бында күп. Санкт-Петербургтан өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән Макарға ла уйын майҙансығы, фонтан бик оҡшаған, хатта уның өйгә ҡайтҡыһы ла килмәй. Өләсәһе менән олатаһы уны саҡ уйындан айырып, өгөтләй-өгөтләй алып ҡайтып китте. Салауаттар аллеяның икенсе өлөшө лә үҙгәртеп ҡоролорона өмөт бағлай. Аллея сентябрь аҙағына тиклем тулыһынса үҙгәртеп ҡоролоп, салауаттарҙы һөйөндөрәсәк. ”Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырыла. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаты – граждандар тормошо өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм Рәсәй ғаиләләрен торлаҡ һатып алыу һәм төҙөү өсөн мөмкинлектәр менән тәьмин итеү.Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға Рәсәй ҡалаларында ҡала мөхите сифаты күрһәткестәре яҡшырырға тейеш. Фото: https://vk.com/sgvibor