"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы булдырылыуға 88 йыл. Ошо ваҡыт эсендә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса автоиспекция, унан кире үҙ атамаһына ҡайтыуы, әлбиттә, был оло-ара ойошманың тарихында булған бер тамсы ғына. Әлбиттә, йыл һайын мегаполистарҙа айырыуса, транспорттарҙың, бигерәк тә еңел машиналарҙың күбәйеүе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй һәм ҙур аварияларға ла килтерә. Нисек водителдәр һәм йәйәүлеләрҙең юлдағы тыныс тормошон һаҡларға? Аварияларҙың һанын нисек кәметергә? Алда "тәртип боҙған" водителдәрҙе тағы ниндәй санкциялар көтә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға беҙ "Өфө уттары" тапшырыуының 2 июль сығарылышында Башҡортостан Дәүләт Автоиспекцияһының баш инспекторы, полиция майоры Линар Зиннуров һәм испекция бүлеге инспекторы Рифмир Хөснөтдиновтан яуап алдыҡ. Тапшырыуҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».