Башҡортостанда яман шеш сирҙәренән үлем осраҡтары кәмеүгә бара, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 2019 йылда был күрһәткес 100 мең халыҡҡа 179,3 осраҡ тәшкил итһә, 2023 йылда – 154,9 осраҡ. Бындай һөҙөмтәгә онкология хеҙмәте үҫеше арҡаһында ирешергә мөмкин булды. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы, республиканың күп профилле 13 медицина ойошмаһы базаһында амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре төҙөлдө. Бынан тыш, онкология диспансерының ун филиалында тәүлек әйләнәһенә эшләүсе бүлексәләр һәм көндөҙгө стационарҙар булдырылды. Быларҙың барыһы ла яман шешкә ҡаршы заманса терапиянан файҙаланыу мөмкинлеген яҡшырта. – Башҡортостанда һәр икенсе яман шеш осрағы иртә стадияла асыҡлана. Бынан тыш, бер йыл эсендәге үлем кимәле кәмеүе һиҙелә. Медицина ярҙамы сифатының яҡшырыуы ғүмер оҙайлығын арттырыуға булыша, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш онкологы Рөстәм Әйүпов. Онкология хеҙмәте үҫешеүен дауам итә. Хәҙерге ваҡытта колоректаль яман шеше, тире меланомаһы, үпкә яман шеше сирҙәре осраҡтарында практикаға молекуляр-генетик маркерҙарҙы билдәләү индерелә. Был пациенттарҙың туғандарында онкологик патологияны сир башланғанға тиклем асыҡларға ярҙам итә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.