Июндәге һауа торошо Башҡортостан халҡына байтаҡ сюрприздар килтерҙе: дауыл, торнадо, көслө ел, йәшен һәм ҡойма ямғырҙар – күптән көтөлгән йәй бына ошолай башланды. Һуңғы көндәрҙәге һалҡындан хатта курткалар кейергә мәжбүр булдыҡ. Әле иһә июль айы башланды, ул беҙҙе нимә менән ҡыуандырыр? Синоптиктар алдағы айға һауа торошо менән уртаҡлашты. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, июлдең тәүге аҙнаһында төбәккә эҫе килә. 1 июлдән 7-һенә тиклем һауа көндөҙ 33 градусҡа тиклем йылынасаҡ, ә төндә термометр бағанаһы 14, 20 градустан түбән төшмәйәсәк. Аҙна башында йәшен йәшнәүе фаразлана, ләкин республикала хәүефле метеорологик күренештәр көтөлмәй. Июлдең икенсе яртыһында эҫе була. Һауа температураһы көндөҙ уртаса 25, 31 градус һәм төндә 18, 20 градус йылы буласаҡ. Шулай уҡ республикаға йәнә аяҙлы-болотло, ямғырлы, урыны менән ҡойма ямғырлы һәм йәшенле көндәр ҡайта. Иң күп яуым-төшөм 12 июлдән 14-нә тиклем көтөлә, шуға күрә тәбиғәттә ял итергә планлаштырһағыҙ, ҡулсатыр, йоҡа полиэтилен плащ һәм резина