Йәй кемдер өсөн ял итеү осоро булһа, ауыл халҡы өсөн ул иң ҡыҙыу эш осоро. Борай районы “Салауат” хужалығының күп йыллыҡ үлән баҫыуында иртәнән алып эңер төшкәнсегә ҡәҙәр эш ҡайнай. Вәрис Ғилемшин бесәнде сабып бара. Теҙемдәрҙәге кипкән бесәнде махсус агрегат ярҙамында ҡыҫып барыусы Илмир Әлетдинов һәм Фәғил Нурисламов ҙур тырышлыҡ күрһәтә. – Матур көндәрҙең ҡәҙерен белергә кәрәк. Ямғыр башланғансы, күберәк мал аҙығы әҙерләп ҡалырға кәрәк, тип ашығабыҙ. Бесәнһеҙ ҡалыуың да бар әләйһә, – тип механизаторҙар, йәһәт кенә тракторҙарына ултырып, баҫыуға йүнәлде. Эштәр хужалыҡта бер-береһенә ялғанып бара. Рулондарға төрөлгән бесәнде Илсур Фазлыев йөк ташыусы техникаға тейәп оҙатып тора. Радик Әхмәҙишин менән Марсель Шәрипов бесән төргәктәрен Әүҙерәшбаш фермаһының аҙыҡ утарына ташый. “Көнөнә биш-алты рейс яһарға тырышам. Бер рейста 14 төргәк бесәнде илтергә мөмкин”, – ти тракторсы Радик Әхмәҙишин. “Салауат” хужалығы бер нисә йылға етерлек итеп мал аҙығы тупларға ғәҙәтләнгән. Аҙыҡ сифаты яҡшы булырға, сенаж әҙерләү ҡағиҙәләре теүәл үтәлергә тейеш, тип иҫәпләй хужалыҡ директоры Ринат Раянов. Гөлназ Хужина фотоһы.https://vk.com/gazetaalga