Йәй – витаминдарға бай йәшелсә, еләк-емеште генә түгел, шифалы дарыу үләндәрен йыйыу өсөн дә уңайлы миҙгел. Улар тап ошо осорҙа файҙалы матдәләргә тулылана, шуға күрә дарыуханаларҙан химиялы дарыуҙар һатып алғансы, ваҡытын белеп, тыуған еребеҙҙә үҫкән шифалы үләндәрҙе йыйып дауаланыу – иң уңайлыһы. Хәҙерге заманда үләндәр менән дауалаусылар ҙа, уларға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә арта бара. Берәүҙәр үҙҙәре белгән дарыу үләндәрен ҡышҡылыҡҡа киптерә, икенселәр китаптарҙан уҡып, уларҙы өйрәнергә тырыша. Әнисә Ҡолғонинаның да үләндәргә мөрәжәғәт итеүе сараһыҙлыҡтан килеп сыға, тиһәң дә була. Алты йәшлек малайы дауаханала ятҡанда тәненә ниндәйҙер һыҙлауыҡ сыға. Төрлөсә дауалауға ҡарамаҫтан, ул бөтмәй. Табиптар ҙа аныҡ ҡына сәбәбен әйтә алмай. Мәктәп йылдарында биология, медицина менән ҡыҙыҡһынған Әнисә Дамир ҡыҙы үҙе лә төрлө мәғлүмәттәр аша был сирҙең ҡайҙан килеп сығыуы, нисек дауаланыу хаҡында танышырға тотона. Кемдер “ҡайҙалыр бер мәрйә әбей үләндәр менән дауалай, шуға барып ҡараһаңс