Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан Башлығы хосписта булды

-Бер йыл элек тап ошо көндәрҙә беҙ хосписты асҡан инек. Был республикалағы ҙур хоспис булды. Ысынлап та бында кешелеклек, мәрхәмәтлек үҙәге һәм иң мөһиме өмөт үҙәге, - тине Радий Хәбиров. – Хосписты беҙ күмәк көс менән төҙөнөк. Күптәр ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итте. Кемдер аҡса бүлде, кемдер төҙөүселәрен ебәрҙе, кемдер инженер селтәрҙәрен һуҙырға булышлыҡ итте. Битараф булмағандар шулай бергәләшеп ошо мөһим объектты төҙөнө. Төбәк етәксеһе бер йыл эсендә хосписта 849 өлкән кеше һәм 233 баланың тейешле ярҙам алыуын билдәләне. Хеҙмәткәрҙәр бригадаһы 3600 тапҡыр йорттарға ла барып ярҙам күрһәткән. -Хоспис хәҙер етди, эше көйләнгән механизм. Бында 120-нән ашыу кеше хеҙмәт итә. Улар хеҙмәткәрҙәр ҙә, шулай уҡ күңел ҡушыуы буйынса ярҙам итергә килгәндәр ҙә, - тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.