2 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында сәнәғәт өлкәһендә милли проекттар буйынса стратегик сессияла ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин алып барҙы. Сессияны асып Михаил Мишустин “Яңы атом һәм энергетик технологиялар” һәм “Яңы материалдар һәм химия” яңы милли проекттары буйынса эш өҫтөнлөктәрен билдәләне. -Технологик суверенитетты тәьмин итеү, шулай уҡ бер нисә секторҙа лидер булыу – Президент билдәләгән төп маҡсаттарҙың береһе. Бының өсөн алдағы йылдарҙа Ватан технология һәм производство базаһын формалаштырыуҙы әүҙемләштерергә кәрәк буласаҡ, - тине Михаил Мишустин. Ил Хөкүмәте рәйесе үҙенең сығышында “Яңы атом һәм энергетик технологиялар” милли проектына ярашлы атом индустрияһын, идара ителә торған термоядер синтезы һәм инновация плазма технологиялары өлкәһен, электр энергияһын туплау системаһын етештереүҙе үҫтереү мөһимлеген атаны. Икенсе милли проект яңы материалдарға һәм химияға ҡағыла. Ул иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итә. Яңы химия продукцияһын сығарыу, һирәк металдарҙы геологик разведкалау буйынса проекттар дәүләт ярҙамын аласаҡ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.