Найти тему
Башҡортостан гәзите

Айыуға ҡарата ниндәйҙер ҡәтғи саралар күрергә кәрәк

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мышы аулау лимитын 3412-гә еткерергә тәҡдим итә. Был 2023 йылдың авгусынан 2024 йылдың авгусына тиклем атырға рөхсәт ителгәндән 27,2 процентҡа күберәк, йәғни былтыр 2682 мышыны ауларға рөхсәт бирелгән. Шулай уҡ һунарсыларға бер йылда 3312 ҡоралай ауларға рөхсәт итеү тәҡдим ителә. Был ғәмәлдәге лимит буйынса ҡарағанда 33,9 процентҡа күберәк, быға тиклем 2474 башҡа рөхсәт булған. Һеләүһенде аулау лимиты әле 57 баш булһа, уны 82-гә тиклем, йәғни 43,9 процентҡа, айыуҙы 516-нан 578-гә тиклем (12 процентҡа күберәк), бурһыҡты 786-нан 864-кә тиклем (+10 процентҡа күберәк) аулауҙы арттырырға теләйҙәр. Билдәле һунарсы Михаил Кречмар Башҡортостанда ҡайһы бер хайуандарҙы, мәҫәлән, айыуҙы аулауға лимиттарҙың артыуына аңлатма бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, теге йәки был төрҙәрҙең популяцияһы буйынса нигеҙле статистика бер кемдә лә юҡ. Тимәк, һунар ярҙамында һанды көйләү ҙә, Михаил Кречмар фекеренсә, аҡылһыҙлыҡ. – Айыуға ҡарата ниндәйҙер ҡәтғи саралар күрергә кәрәк. Уны аулауға лимитты арттырыу юлы менән түгел, ә аныҡ саралар табыу талап ителә – иҫәбен көйләү өсөн. Һеҙҙә айыуҙы аулау лимитын арттырырға ҡарар итеүҙәре ҡыҙыҡ, сөнки бер төбәктә лә айыу алыу лимиты 60 проценттан артыҡ үтәлмәй, ул бер кемгә кәрәкмәй. Шуға ла һеҙҙең республикалағы был хәлде һандар менән уйнау, тип ҡарайым, – тип белдерҙе Михаил Кречмар. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ - был дөрөҫ ҡарармы? Фото: "Йүрүҙән" гәзитенән.