Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡорт теле буйынса онлайн проект тамамланған

Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимы, рус-башҡорт электрон һүҙлеген төҙөүсе, шулай уҡ автомат тәржемсе Искәндәр Шакиров “Һомай” аҡыллы колонкаһы авторы Айгиз Ҡунафин менән берлектә башҡорт теле өлкәһендә күләмле лексик онлайн-проект булдырҙы. Google Translate ҡулланыусылар хәҙер башҡорт теленән башҡа телдәргә йәки киреһенсә тәржемә эшләй ала. Разметканы һаҡлап сайттарҙы, китаптарҙы, төрлө форматтағы документтарҙы, мессенджерҙарҙағы хәбәрҙәрҙе тәржемә итергә мөмкин. Бынан тыш аҡыллы колонка ярҙамында башҡорт телендә аудиокитаптар ҙа эшләргә мөмкин. Киләсәктә тере телмәрҙе лә тотоп алып тауышлы тәржемә эшләү мөмкинлеге бар. -Һүҙлекте төҙөү өҫтөндә эште 2017 йылда башланым. Башҡорт теленең 200-ләп һүҙлеген һанлаштырҙым. Маҡсат был мираҫтан супермега һүҙлек төҙөү ине. Бөгөнгө көндә рус-башҡорт электрон һүҙлегендә 414 мең һүҙ һәм фразалар һаҡлана, - тине Өфө фән һәм технологиялар университетының Философия һәм социология юғары мәктәбенең гуманитар һәм социаль тикшереүҙәр институтының философия һәм культурология кафедраһы доценты Искәндәр Шакиров. -Был күләмле проект фәндең төрлө өлкә ғалимдарына файҙалы буласаҡ һәм белем биреү эшмәкәрлегендә ҡулланып буласаҡ, - ти Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров. – Был һүҙлекте булдырыу менән башҡорт теле тарихында яңы мөһим бит асыла. Уның авторҙарының береһе тап беҙҙең университет ғалимы булыуы менән ғорурланабыҙ. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.