Үткән тәүлектә эске эштәр органдары 29 мутлашыу осрағын теркәгән. Граждандар инвестицияларҙан аҡса эшләү теләге менән йыш алдана. Мәҫәлән, Өфөнән 21 йәшлек ҡыҙ кредитҡа 508 мең һум аҡса алған һәм тағы ла 820 мең үҙ аҡсаһын криптовалютаға һалған. Уға билдәһеҙ кешеләр телефон аша шылтыратып аҡсаны инвестицияға һалырға тәҡдим иткән була. Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәүсе оло йәштәге ҡатынды ла алдағандар. Ҡатын бер ай буйына «инвестиция буйынса белгестәр» менән шылтыратып һөйләшеп, ялған иҫәпкә аҡсаһын күсерә. Пенсионер ҡатын 1,8 миллион һум юғалтҡан. Хоҡуҡ һаҡсылары иҫкәртә: еңел һәм тиҙ аҡса эшләү тәҡдиме менән телефон аша билдәһеҙ кешеләрҙән тәҡдим алһағыҙ, ышанмағыҙ, һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ йә булмаһа, ят номерҙы бөтөнләй алмағыҙ. Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/proishestviya/2024-07-02/doverchivyh-zhiteley-bashkirii-moshenniki-sdelali-bednee-na-devyat-millionov-rubley-3832275