Бөгөн Башҡортостандың “Берҙәм Рәсәй” йәмәғәт яҡлауы штабында “Ғаилә һәм демография сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа дәүләт һәм дини конфессиялар көстәрен берләштереү. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға курс” темаһына арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Был түңәрәк өҫтәл Ғаилә йылына арналды һәм ғаиләне, уның ҡиммәттәрен һаҡлауҙы, ғаилә институты һәм никахты нығытыуға ярҙам итеүҙе, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе юғалтмауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Сарала власть органдары, дини конфессиялар, фәнни берләшмәләр һәм әүҙем граждандар ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт Палатаһының секретары урынбаҫары, “Рәсәйҙең ғаиләләр союзы” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Владислав Гриб видеобәйләнеш аша тәбрикләү сәләме менән сығыш яһаны. -Ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау – ул һәр ҡайһыбыҙҙың, дәүләттең, дини конфессияларҙың, йәмәғәт ойошмаларының бурысы, – тине ул үҙенең сығышында. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ғаиләне һаҡлауға, яҡлауға, нығытыуға йүнәлтелгән саралар тураһында һөйл