Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ике улдары - һуғыш яланында

Ауыл кешеһенең ихласлығы, асыҡлығы күңелде арбай. Йөрәген өйкәгән һағыштары булһа ла, кешегә белдермәҫ, сабыр ғына күтәрер ул. Архангел районының Абҙан ауылында дүрт ул үҫтергән, тәрбиәгә бер ҡыҙ алып уны ла кейәүгә биреп оло тормош юлына сығарған Сәүиә менән Риян Кинйәбулатовтар менән танышыу тормошҡа, уның һынауҙарына ҡарашты ла үҙгәртеп ебәргәндәй тойолдо. Риян ағай сығышы менән ошо ауылдыҡы, ғүмер буйы төҙөлөштә эшләгән. Күрше ауылдан килен булып төшкән Сәүиә апай заманында ашнаҡсы ла булып хеҙмәт иткән, колхозда быҙау ҙа ҡараған, сөгөлдөр ҙә утаған. Үҙҙәре эштән ҡурҡмағас, балалары ла бәләкәйҙән хеҙмәт тәрбиәһе ала. – Нимә ҡушһаҡ та бер ҡасан ҡаршылашманылар, эштән ҡурҡманылар, – тип һөйләп алып китте Кинйәбулатовтар. Ул ғына ла түгел дүртеһе лә спортты ярата. Бигерәк тә саңғы, волейболды үҙ итәләр. Ярыштарҙа ҡатнашып, маҡтау ҡағыҙҙары алалар. Тыуған төйәгендә төпләнгән оло улдары әле булһа, ауыл данын яҡлап, ярыштарҙан ситтә ҡалмай. Үҙ мәле еткәс, һәр береһе хәрби хеҙмәткә барып тыуған ил алдындағы бурыстарын үтәй, һуңынан ғаилә ҡоралар. Балалар үҫтереп, шатланып йәшәр саҡта илгә бәлә килеүе, махсус хәрби операция башланыуы уларҙың да тормошон үҙгәртә. Бөгөн ике улдары ил тыныслығы өсөн көрәшә. Тәүҙә кеселәре – “Маугли” позывнойлыһы мобилизация менән махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. “Мин барам, ҡасып йөрөмәйсәкмен” тигән ҡарары ныҡлы була уның. Яраланып госпиталгә лә эләгә, күрһәткән батырлыҡтары өсөн бер нисә тапҡыр миҙалдар менән бүләкләнеп өлгөргән. Ысын ир-егеттең генә үҙ иле өсөн йөрәге яныр. Кинйәбулатовтар ҙа тап шундайҙарҙан. Күпмелер ваҡыттан өсөнсө улдары контракт буйынса махсус хәрби операцияһына юллана. Ҡурҡыу белмәү Кинйәбулатовтарҙа нәҫелдән. Улдарының яраланған иптәшен бер нисә километр һөйрәп тыныс урынға сығарыуы, яуҙаштары килеп рәхмәт белдереүе тураһында һөйләгәндә ата-әсәнең дә йөҙҙәрендә ғорурлыҡ сатҡылары һирпелә. Ғорурланырлыҡ та шул! Ә рухлы тәрбиә быуындан-быуынға килә. Бөркөттәй егеттәргә атайҙары, олатайҙары ла өлгө була. Заманында Риян ағай Ҡаҙағстанда ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. – Армияның егеттәргә файҙаһы бөтә яҡлап та ҙур. Холоҡто ла нығыта, сыныҡтыра ла, иптәштәрең өсөн яуаплылыҡ та тәрбиәләй, – ти Риян Ҡотлоғәлләм улы. Улдары өй ризығының тәмен онотмаһын тип, ғәзиздәренә биреп ебәрергә Сәүиә апай итен дә быҡтырып әҙерләй, ҡоротон да киптерә, башҡа тәмлекәстәрҙе лә хәстәрләй. Иң мөһиме иҫән йөрөһөндәр. Әсәйҙәренең күңел йылыһын һалып өҫтәл тултырып бешергән тәмле ризыҡтары тартып торһон уларҙы тыуған йорттарына. Автор фотоһы.