Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Йәмәғәт киңлектәре" сәғәте Башҡортостандаң тораҡ пункттарын төҙөкләндереү мәсьәләләренә арналды

1 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте» форматында тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда республиканың тораҡ пункттарын төҙөкләндереү проекттары ҡаралды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова Өфөнөң Башҡортостан урмансылары һәм Ленин исемендәге парктарын яңыртыу буйынса эштәр башҡарылыуы, шулай уҡ республика муниципалитеттарында «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләне. Министр шулай уҡ бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе проекттарға ла туҡталды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә 2024 йылда 33 муниципалитетта 143 ихата биләмәһе төҙөкләндерелә. Бынан тыш, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы буйынса Башҡортостанда 123 йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелә. Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында быйыл Башҡортостандың ете ҡалаһы ҡатнаша. Конкурсҡа Бәләбәй, Благовещен, Дүртөйлө, Нефтекама, Октябрьский, Салауат һәм Учалы ҡалаларында проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ғаризалар юлланған. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тормошҡа ашырылған проекттарҙы финанслау мәсьәләһен ҡараны. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына төбәктең Финанс министрлығы менән берлектә республика тармаҡ программаларын үтәү һәм уларҙы 2025 йылда финанслау буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Фото һәм мәғлүмәт: https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/180280.html