Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан Дәүләт Думаһына “Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 6.24-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” федераль закон проекты индерелде. – Закон проекты балаларҙы никотиндан һаҡлау, мәктәп мөхитендә тәмәке тартыу күләмен кәметеү маҡсатын ҡуя. Беҙ мәктәп һәм балалар баҡсалары биналарында йәки биләмәләрендә никотинлы тауарҙы ҡулланыуҙы административ хоҡуҡ боҙоуҙың айырым составына сығарырға тәҡдим итәбеҙ. Был иһә бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы икенсе төрлө баһаларға һәм 2 000 һумдан 3 000 һумға тиклем арттырылған штрафтар һалырға мөмкинлек бирәсәк. Әле мәктәптә тотолған тәмәке тартыусылар 500 – 1500 һум штраф менән ҡотола, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. Парламент спикеры һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә балаларҙың тәмәке тартыуы проблемаһы йылдан-йыл көсәйә бара. – Һандар хафалы. Статистика буйынса, юғары класс уҡыусыларының 60 проценты тәмәке тарта. Наркологтар һуңғы йыл