Бөгөн Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Асҡын, Благовещен, Борай, Бөрйән, Ғафури, Йылайыр, Көйөргәҙе, Мәсетле, Стәрлебаш, Туймазы, Саҡмағош һәм Яңауыл райондары ауыл советтары башлыҡтарының семинарында ҡатнашты. Сара Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында үтте. Республика Башлығы ауыл биләмәләре етәкселәре менән халыҡты борсоған мәсьәләләр тураһында һөйләште. Һүҙ юлдарҙы төҙөкләндереү, инженер селтәрҙәре төҙөү һәм ремонтлау, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү, шулай уҡ социаль проекттарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыу тураһында барҙы. Радий Хәбиров үҙ сығышында республиканың идара итеү коллективының төп бурыстарын билдәләне, уларҙы хәл итеүҙә Башҡортостан муниципаль берәмектәре һәм ауыл биләмәләре әүҙем ҡатнаша. – Әлбиттә, берлектәге эшебеҙҙең иң мөһим йүнәлеше – махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү. Ошо көндәрҙә Украина прокуратураһы мине һәм Өфө мэрын ситтән тороп ғәйепләгәндәрен ишеткәнһегеҙҙер, моғайын. Нимә өсөнмө? Махсус хә