Дәүләкән районының Калиновка ауылы республиканың һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 50-нән ашыу уҡыусыны ҡабул итте - 1 июлдә XIII СССР-ҙың космонавт-һынаусыһы У.Н. Солтанов исемендәге халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе асылды. Йола буйынса был сараның тоғро дуҫтары – космонавт Михаил Корниенко, билдәле бард һәм осоусы Александр Лынник, ғалим, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге директоры Василий Мартыненко килгән. Мәктәпте асыуҙа БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, эшҡыуарҙар һәм меценаттар ҡатнашты. Тантаналы сара өс самолеттан торған “Первушино” пилотаж төркөмө авиашоуынан башлана. Яҡташыбыҙ, авиация генерал-полковнигы Борис Федорович Корольковҡа – һәйкәл һәм һигеҙ йыл Халыҡ-ара аоэрокосмос мәктәбендә уҡытҡан беренсе луноход водителе, авиация генерал-майоры Вячеслав Георгиевич Довганға мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала ҡатнашыусылар Ю.А. Гагариндың “Кедр” саҡырыуы иҫтәлегенә булдырылған кедр аллеяһына яңы үҫентеләр ултыртты. Мәктәпте ойоштороусы Вячеслав Васильевич