Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

БЕСӘН ЭШЛӘҮЕ РӘХӘТМЕ?

Хәҙер бесән эшләү рәхәтме, йәки ауыл кешеһе бушлай ашаймы? Әле бына бесән осоро. Кемдер эшләп бөттө, кемдер гөрләп бесән ташый, кемдер элек бесән эшләгән саҡтарын иҫкә төшөрә. Рулон эргәһендә тороп, фотоға төшөп, интернетҡа һалдым. "Хәҙер бесән эшләү рәхәт, арымайың да, бына элек...", - тип яҙыусылар булды. Башҡа яҡтар бесәнде нисек эшләйҙер, бына беҙҙә һәр бер сантиметр ер ҡәҙерле. Кеше малды күп аҫырай. Ә бесәнлек әҙ. Быға тиклем күрше Ырымбур өлкәһе Алмалы ауылы ерҙәрен сабып кинәнә ине күп кеше. Ике йыл инде унда инвестор килеүенә. Йәки яңы арендатор тиһәм дөрөҫөрәк булыр. Сиккә тиклем булған бесәнлектәрҙе баҫыуға әйләндерҙе. Ҡалған ғына бесәнлектәрҙе сабып алды. Ябай халыҡ торҙо ла ҡалды. Ауыл халҡы бесән еткереү өсөн үҙенең бесәнлегендә һәр ҡыуаҡлыҡ, ағас төбөн ялап алған һымаҡ сабып ала. Картуф ултыртмаған яңғыҙ әбейҙәрҙең огородтары ялтырап ятып ҡала. Унда булған ғына үлән бағана төбөнә еткәнсе ялмап алына. Барыһы ла бесән булып кемдеңдер кәртәһенә ҡайтып ултыра. Хәҙерге заманда әллә ни яйлап бесән эшләп булмай. Беренсенән, ямғырға тейҙермәҫ өсөн тырышаһың. Икенсе яҡтан, урлатмаҫҡа тырышаһың. Эйе, бесән урлаусылар барлыҡҡа килде. Күбә менән эшләһәң дә тейәп китергә күп һорамайҙар. Рулонға бигрәк йәһәт ,,айыу майы" һөртәләр. Тотолмағас кем икәнен бында яҙып та булмай. Бигерәк профессионально ҡыланалар. Көн, төн, таң, кис актив эшләйҙәр, арымайҙар улар, күҙеңде асып йомғансы яңы ғына эшләнелгән бесәнең кәмегән дә була. Шуға күрә техника менән бесән тиҙ генә эшләп алырға тырышаһың. Быйылғы йылдың прайс-лисы: Бесән саптырыу гектары 2000-3000 һум, Тырматтырыу гектары ( согребалка) 1500-2000, Рулонлатыу штугы 300-350, Ташытыу бер рулон 150-170, Өйҙөрөү бер рулон 70-100 Әҙер рулонлы бесән 1500-2000, ҡыш көнө 3000 етә торған. Был хаҡ ҡайҙан сығып ҡуйыламы? Солярка хаҡынан, трактористарҙың көнө буйы трактор эсендә эҫе көн буйы эшләп йөрөүенең эш хаҡынан сығып ҡуйыла инде. Тыңлап килгәстәре рәхмәт тип тик ултырабыҙ инде. Шулай булғас, бесән хаҡы ҡиммәт була инде. Әле бында бесән эшләгән саҡтағы сыҡкан нервы хаҡы ҡушылмаған әле. Сөнки урлатмайым тип бер ҡайғыраһың, ямғыр яумаһын тип һәр бер болотҡа текләп хәл бөтә. Үҙеңдеке булмағас, техника тура килһен тип аптыраныуҙар. Ҡул менән эшләп була инде. Әгәр ҙә малың әҙ булһа. Күп булһа ҡул менән эшләүҙең фәтеүәһе юҡ. Бер һыйырҙы ҡыш аҫырап сығарыу өсөн иң әҙе 15 рулон бесән кәрәк була. Һыйырҙы бесән менән генә тотһаң әллә ни һөтө күп булмай бит әле ул. Ә һимертеп ит итәм тиһәң , пажалыста, ем - ярмаһы ла кәрәк. Шулай итеп ит бер нисек тә арзан була алмай. Әле беҙҙең яҡтарҙа ит 450 тирәһе тора. Ҡыш етәрәк артып та китер инде. Сөнки быйыл бесән бик әҙ. Ит 450 менән һатылһа ла сығымдарҙы ҡаплай тип әйтеп булмай. Күпкә ҡиммәтерәк булырға тейеш. Тик һатып алыусылары ла артыҡ аҡсаһы ,,ағып" тормаған кешеләр шул. Элек бесән эшләү ҡыҙыҡ ине, куңелле ине тейеүселәргә, ул ваҡыттарҙа бесән урлаусылар булмағандыр тип әйтке килә. Ҡул менән артыҡ эшләге лә килмәй. Ауыл кешеһе булһаҡ та һаулыҡ ҡәҙерле. Посты зарланып яҙманым, ә ауыл кешеһенең хеҙмәте дөрөҫ баһаланамы икән тип аңлатырға тырыштым. Киләһе пост көтөү тураһында буласаҡ. Ундай хаҡ башҡа бер яҡта ла юҡ. Әле һеҙгә бер бесән менән генә ит хаҡын аңлатырға тырыштым, бының эсенә көтөү көтөү, ветеринар хеҙмәте ( ҡолағына бирка, укол, ҡан алдырыу...) һәм башҡалар инмәгән әле.. Ищеү беҙҙең яҡтағы һымаҡ көтөү ҡиммәт булһа, ит хаҡы ,,ат хаҡы" булырға тейеш. Бәлки, бер заман булыр, хаҡ һорай белербеҙ, һораған хаҡты бирерлек, лайыҡлы эш хаҡы алып эшләүсе һатып алыусылар булыр.

Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова.