Быйыл ғинуар-апрель айҙарында былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда Башҡортостандан Төркиәгә экспорт күләме 17,4 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә төбәктең Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы. Ошондай һөҙөмтәгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы өлгәшкәндәр. (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) -Тәүге өс айҙа Төркиәгә беҙҙең экспорттың 80 процент тирәһен минераль продукттар һәм 19,5 проценты химия сәнәғәте продукцияһы тәшкил итте. Шулай уҡ беҙ аҙыҡ-түлек, сеймал, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ әйберҙәр ебәрҙек. Шуны билдәләү мөһим, экспорттың ғына артыуы күҙәтелмәй, Башҡортостан менән Төркиә араһында үҙ-ара тауар әйләнеше лә үҫә, - тине төбәктең Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. - Төркиә партнерҙары менән бер нисә перспективалы проекттар әҙерләйбеҙ. Мәҫәлән, Өфө районында йөк күтәреү ҡорамалын етештереү буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырылыу өҫтөндә. Төркиәнән барлыҡ