Бөгөн Стәрлетамаҡта техноген характерҙағы “ғәҙәттән тыш хәл” теркәлде. Ҡаланың Артем урамында, 150-се йортта газ-һауа ҡатнашмаһы шартланы. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Янғын һүндереүселәр килеп еткәс, туғыҙ ҡатлы күп фатирлы йорттоң 2-се ҡатында шартлау булғанын асыҡлай. Унан һуң янғын сыҡмаған. Фажиғә һөҙөмтәһендә алты кеше зыян күргән, уларҙың икәүһе бала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ҡатын үлгән. Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар 80-гә яҡын кешене эвакуациялаған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Мәғлүмәт оператив, әлеге ваҡытта аныҡлана. Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов әле оператив штаб менән бергә ваҡиға урынында. Уның һүҙҙәренсә, ҡаланың барлыҡ ашығыс хеҙмәттәре ваҡиға урынына тиҙ арала юлланған. Был хәл контроль аҫтында тотола. Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, фатирҙа газ-һауа ҡатнашмаһының шартлау осрағы буйынса тикшереү ойошторолған. “Ваҡиға һөҙ