Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бында йүнсел һәм эшлекле кешеләр эшләй

Әбйәлил районының Асҡар ауылында заманса “Экстрим” глэмпингы эшләй. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә эшҡыуар Лидар Әхтәмов модулле капиталь булмаған урынлаштырыу саралары (глэмпингтар) эшләүгә грант алды. “Экстрим” глэмпингы” инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм төбәк бюджеттарынан 6 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Шәхси эшҡыуар ҙа проектҡа шунса аҡса һалған. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 12 миллион һум тәшкил иткән. 2023 йылда “Экстрим”да ике заманса модулле йорт һалынды, тағы икәүһе тамамланыу алдында тора. Был - 72 һәм 60 квадрат метр ҙурлыҡтағы каркаслы йорттар, уларҙың берәүһенең террасаһы, икенсеһенең – мунсаһы бар. Һәр йорттоң үҙ мангал зонаһы бар. Лидар Әхтәмов, турбазаның модулле йорттары барлыҡҡа килеүе менән халыҡ тағы ла әүҙемерәк килер тип ышана һәм ял итеүҙең әүҙем формалары: бау паркы, пейнтбол тиры, тимбилдинг, уҡ атыу, аквазорб, лазертаг, багги һәм квадроциклдарҙа йөрөү барлыҡҡа килә. "Экстрим"да ял итергә Әбйәлил районы халҡы ғына түгел, ә яҡында урынлашҡан Магнитогорск, Сибай, Белорет ҡалалары, шулай уҡ Бөрйән, Баймаҡ райондары халҡы ла килә, бер аҙҙан география тағы ла киңәйәсәк. Бында ҡунаҡтарға саф һауала балалар менән әүҙем ял тәҡдим ителәсәк, шулай уҡ тыуған көндәрен, башҡа төрлө ғаилә тантаналарын үткәреү мөмкинлеге буласаҡ. “Тәбиғәттә гармониялы ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса ҡыҙыҡлы ҡарарҙар тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бында йүнсел һәм эшлекле кешеләр эшләй”, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.