Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Тәүге көндән үк алғы һыҙыҡта булырға теләнем”

Салауат ҡалаһында йәшәгән “Сильвестр”ға 46 йәш. Аппаратсы белгеслеге буйынса һөнәри училищены тамамлағас, Алыҫ Көнсығышта сик ғәскәрҙәрендә армияла хеҙмәт итә. 19 йыл комбинатта эшләй. Спорт менән шөғөлләнә, махсус хәрби операция башланыу менән тормошо тамырынан үҙгәрә. – Махсус хәрби операция башланыу менән үҙемдең унда булырға тейешлегемде аңланым. 2022 йылдың йәйендә хәрби комиссариатҡа килдем, ә көҙөн мине Ырымбур өлкәһенә хәрби әҙерлек үтергә ебәрҙеләр, - ти ул. Авдеевка эргәһендәге һуғышта ҡатнаша, өс тапҡыр яралана. 2022 йылда тәүге яра менән госпиталдә 17 көн дауалана, бер йылға яҡын ваҡыт үткәс, тағы снаряд ярсығы аяғын яралай. Тағы 40 көн госпиталдә дауаланырға тура килә. Өсөнсөһөн госпиталдән сыҡҡандан һуң ун көн үткәс ала. Йәнә шул уҡ аяғы ҡаты яралана, яугир биш ай буйы төрлө госпиталдәрҙә дауаланырға мәжбүр була. Егеттең ҡыйыулығы, тәүәккәллеге хәрби наградалар менән билдәләнгән. Ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Ә Рәсәй көнөндә уға “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалын тапшыралар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: https://gazetavibor.ru/news/novosti/2024-06-26/boets-svo-iz-salavata-nagrazhden-dvumya-medalyami-za-otvagu-3824925?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=48333792