Найти тему
Башҡортостан гәзите

Нимә хәләл, нимә хәләл түгел, тип аптырай Илһөйә Бәҙретдинова

Билдәле йырсы Илһөйә Бәҙретдинова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты. Унда ул динебеҙгә, иманға ҡағылышлы үҙен борсоған уйҙары тураһында яҙа. “Минең был посты нимәгә кәрәкмәгәнде соҡой инде, тип ҡабул итмәгеҙ. Ысынлап та, ҡайһы бер нәмәләрҙе аңламағанға яҙам. Бик сетерекле темаға ҡағылам... Алдан уҡ әйтәм, бер кемде лә үпкәләтергә теләмәйем! Бер нисә ерҙә ҡорбан ашында булдым быйыл. Төрлө ерҙә төрлө йола... Бер ханым өҫтәлгә ҡуйылған ҡыяр менән помидорға бәйләнде. Имеш, ул – закуска, һәм ул дини байрам өҫтәленә ҡуйылырға тейеш түгел. Икенсеһе мосолмандарға балыҡ ашарға ярамай, ти... Сөнки ул салынмаған. Өсөнсөһө әйтә: өҫтәлдә бөтә нәмә хәләл кибеттән алынған булырға тейеш, ти. Ғөмүмән, аңлатығыҙ әле мин йүләргә хәләл кибеттән алынған йомортҡа менән баҙарҙан алынған йомортҡа араһында ниндәй айырма бар? Бына уйлап ултырам... Беҙҙең тауыҡтар хәләл йомортҡа һаламы икән ул? Сөнки әтәсте керәшен Гена бабайҙан һатып алдыҡ. Ә ниндәй була ул хәләл туңдырма? Унан аңламайым... Хәҙер хәләл ҡаш яһау модаға инде. Йөндө йолҡорға ярамай. Был тәндәге бөтә йөнгә лә ҡағыламы? Тырнаҡты буярға ярамай, ә битте ярай. Аңламайым бит... Биттәге йыйырсыҡтарҙы укол ярҙамында тигеҙләргә ярамай, сөнки был “Аллаһтың биргәненә ҡаршы килеү” тип һанала икән. Миңә шулай аңлаттылар. Ә ниңә теште яматырға ярай? Сереһен шунда... Дин инстаграмға нисек ҡарай икән? Мин юрый ғына миңә килделе-киттеле йәмһеҙ һүҙҙәр яҙып ятыусыларҙың битләүҙәренә инеп сыҡтым бер көн... Күреүемсә, улар ҙа изге юлда. Фотоларынан шулай күренә. “Һин Ҡорбан ғәйете көнөндә булһа ла фото ҡуймай тор инде”, тип яҙалар миңә. Мин бында яҡшы, бында насар була белмәйем. Мин стабильно насар... Мин ысын күңелемдән Аллаһтың барлығына, берлегенә ышанам! Ҡулымдан килгәнсә, белгәнемде уҡыйым. Ышанған, ысынлап та аҡыллы диндәге кешеләрҙе бик ныҡ хөрмәт итәм. Ләкин һуңғы ваҡытта Ҡөрьәнгә обновлениелар киләме һуң... Аңламайым... Аңлатығыҙ әле...” – тип яҙҙы Илһөйә Бәҙретдинова. Ысынлап та, йырсы ҡуйған ҡайһы бер һорауҙар күптәрҙе уйландыралыр. Ә һеҙ был хаҡта нисек уйлайһығыҙ? Фото һәм сығанаҡ: Илһөйә Бәҙретдинованың шәхси сәхифәһенән.