2023-2024 йылдарҙа Башҡортостанда туризм инфраструктураһын үҫтереүгә 3,9 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 1,6 миллиарды – дәүләт ярҙамы, ә 2,3 миллиард һумы – инвесторҙарҙың шәхси аҡсаһы. Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошондай мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын – кемпингтар һәм глэмпингтар – булдырыуға 2,4 миллиард һум йүнәлтелде, шуның бер миллиард һумы – дәүләт ярҙамы һәм 1,4 миллиард һумы – инвесторҙар аҡсаһы. Барлығы 32 муниципалитетта 750-нән ашыу берәмек күләмендә номер фондын булдырыу буйынса 78 инвестиция проектына ярҙам күрһәтелгән. Проекттарҙың күбеһе Белорет, Әбйәлил һәм Ғафури райондарында тормошҡа ашырыла. Зөһрә Гордиенко билдәләүенсә, грант алыусыларҙың 45 проценты туризм тармағында ҙур эш тәжрибәһенә эйә, ғәмәлдәге объекттары ла бар. Алынған субсидияларҙы улар булған базаһын киңәйтеүгә һәм бөтә миҙгелдәргә лә яраҡлы яңы модулдәр төҙөүгә йүнәлтә. 2024 йылда Башҡортостан туризмдың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен үҫтереүгә 166,2 миллион һум күләмендә берҙәм федераль субсидия алды. Йәлеп ителгән средстволар күләме буйынса республика Волга буйы федераль округында өсөнсө урында тора. Гранттарға туризм инфраструктураһын үҫтереү, шулай уҡ ҡала үҙәгенең туристик кодын әҙерләү һәм ваҡиғалар үткәреү буйынса 72 проект тәҡдим ителде. Грант конкурсы еңеүселәре 20 июлдән һуң иғлан ителә. Бынан тыш, 2024 йылда Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыуға 2025-2027 йылдарҙа субсидия биреүгә тағы ла бер конкурс уҙғарырға ниәтләй. Шуның менән бәйле Зөһрә Гордиенко муниципалитет башлыҡтарына туризм инфраструктураһын булдырыуға яраҡлы ер участкалары менән тәьмин ителгән потенциаль инвестиция проекттары тупланмаһын әҙерләү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостан Башлығы ғариза кампанияһын уңышлы үтеүҙең мөһимлеген билдәләне. – Был өлкәлә беҙҙә күп нәмә эшләнә. Муниципалитет башлыҡтарына һәр саҡ, туризмда – иҡтисади именлек сығанағы, тип әйтәм, - тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе Салауат районында “Салауат ере” тарихи-мәҙәни комплексының туристик ҡеүәтен үҫтереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм уны “Башҡортостанда оҙон ғүмер” республика программаһының экскурсия майҙансыҡтары исемлегенә индерергә ҡушты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.