1 июлдә Өфөлә Радий Хәбиров республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидатҡа урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарының ҡултамғалары менән хуплау ҡағыҙҙарын һәм кандидатҡа хуплау ҡағыҙҙарына үҙ ҡултамғаларын ҡуйған кешеләрҙең исемлеген тапшырҙы. Уның менән бергә БР Үҙәк һайлау комиссияһына документтар тапшырыуға “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов һәм кандидаттың финанс вәкиле Максим Ульчев килде. Кандидат урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарының 462 ҡултамғаһы менән хуплау ҡағыҙҙары, Федерация Советы ағзаһы вазифаһына тәҡдим ителгән өс кандидатура тураһында мәғлүмәт, беренсе финанс отчеты, Рәсәй Федерацияһы биләмәһенән ситтә урынлашҡан сит ил банктарында иҫәптәре (һаҡламдары) булмауы, ҡулаҡса һәм ҡиммәттәре һаҡланмауы, сит ил финанс инструменттарына эйә булмауы һәм (йәки) файҙаланмауы тураһында белдереү ҡағыҙҙары менән таныштырҙы. – Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан Башлығы вази
Радий Хәбиров Үҙәк һайлау комиссияһына документтар тапшырҙы
1 июля 20241 июл 2024
1 мин