Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләменең үҫеш темпы һуңғы биш йылда уртаса Рәсәй күрһәткестәренән ике тапҡырға юғарыраҡ. Был хаҡта 1 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте. Әгәр 2019 йылда инвесторҙар проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 338 миллиард һум йүнәлтһә, 2023 йылда инвестициялар күләме 620 миллиард һумға етте. Биш йылда үҫеш – 52,9 процент. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес 29,8 процентҡа күтәрелгән. Башҡортостанда тормошҡа ашырылған инвестиция башланғыстарының көнүҙәк портфеленә дөйөм суммаһы 1,2 триллион һумлыҡ 2,2 меңгә яҡын проект инә, улар яҡынса 61 мең яңы эш урыны булдыра. Рөстәм Моратов әйтеүенсә, республика Инвестиция комитеты эшмәкәрлеге - төбәк иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеүҙең һөҙөмтәле инструменттарының береһе. Ул эшләгән осорҙа 153 тематик кәңәшмә уҙғарылды, унда 630 башланғыс ҡаралды. Муниципаль кимәлдә иһә республика ет