Найти тему
Башҡортостан гәзите

87 йәшлек Сәкинә инәй егерме ойоҡ бәйләгән

Учалы районынан 87 йәшлек Сәкинә Юртаманова ғинуар айынан алып махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә йөн ойоҡтар бәйләй. Хәҙер егермеләгәнде әҙерләгән инде. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов өләсәһе тураһында бик йылы видеояҙма төшөргән. "Ҡәртнәй" тип йөн ойоҡ бәйләп ултырған яҡыны менән һөйләшеп алған ул. "1 июлдә уға 87 йәш тула", - тип тә өҫтәгән. Беҙ был видеояҙманы тап бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итеп, Сәкинә инәйҙе тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ һәм уға ҙу-у-ур рәхмәт белдерәбеҙ. Сәләмәт булығыҙ, инәй! Фото һәм видео: https://vk.com/ilookman