30 июндә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик парк майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү дәүләт фонды республика филиалының социаль координаторҙары менән осрашты. Етәксе уларҙы филиалдың эшләй башлауына бер йыл тулыу менән ҡотланы, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. – Республикала “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы асылыуға бер йыл үтте. Һеҙҙең коллектив бик ҙур түгел – 97 кеше. Бөгөн еңел булмаған, яуаплы һәм намыҫлы эшләгәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйтәм, – тине Радий Хәбиров. – 2024 йылдың мартында беҙҙең республикаға Анна Евгеньевна Цивилёва килде, ул ваҡытта федераль фондты етәкләй ине. Ул филиалдың нисек эшләгәнен ҡараны һәм, ошо тиклем ойошҡан эште күрермен тип уйламаным, тине. Шуға күрә барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Республика алдында өс төп бурыс тора, тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы. – Беренсеһе – ул махсус хәрби операцияға, илебеҙҙең, яугирҙәребеҙҙең оборона һәләтенә ярҙам итеү. Был егеттәрҙең бурыстарын һөҙөмтәле үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы өсөн мөһим, - тине Радий Хәбиров. - Икенсе бурыс – хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү. Тап ошо ике бурысҡа һеҙҙең эшегеҙҙең төп баҫымы яһала. Өсөнсө мәсьәлә лә бар – иҡтисадты, социаль, мәҙәни өлкәне үҫтереүҙе тәьмин итеү. Башҡортостандың үҫеш темптары туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Был бик мөһим. Сөнки өсөнсө бурысты үтәй алмаһаҡ, тәүге икеһен дә бик яҡшы үтәй алмаясаҡбыҙ. Һәм әлегә барыһы ла үтәлә. Республика етәксеһе эш сәфәрҙәре барышында һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән мотлаҡ осрашыуы, уларҙың килеп тыуған мәсьәләләрен тикшереүе хаҡында һөйләне. – Был эш менән һеҙ көн һайын шөғөлләнәһегеҙ. Был һәр ваҡыт эмоциональ яҡтан ауыр, ләкин һеҙ һәр кемгә асыҡ йөрәк һәм күңел менән ҡарайһығыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Муниципалитет башлыҡтарына һәр саҡ МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләләренә иғтибарлы булырға, кәрәкмәгән бюрократиянан ҡасырға кәрәк тип әйтәм. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина республика етәкселегенә социаль координаторҙарға ярҙам күрһәткәне һәм уларҙың эшмәкәрлегенә иғтибар бүлгәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Координаторҙар араһында МХО ветерандары, һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре һәм тол ҡатындары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм яҡындары ла бар. Бер йыл эсендә фонд филиалы 50 меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул иткән, күпселек мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителгән. Кешеләр, ҡағиҙә булараҡ, социаль ярҙам саралары, юридик һәм психологик ярҙам, торлаҡты ремонтлауҙа һәм көнкүреш мәсьәләләрендә булышлыҡ итеү, шифахана-курорт дауаланыуы алыу өсөн мөрәжәғәт итә. Мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн филиал министрлыҡтар һәм ведомстволар, патриотик, йәштәр, дини ойошмалар менән әүҙем эш алып бара, төрлө социаль проекттар ойоштора. Аралашыу ваҡытында “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Тәтешле районы буйынса филиалының социаль координаторы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Венер Сафин МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам иткәндәре өсөн, шул иҫәптән дауаланыу һәм реабилитациялау ваҡытында, рәхмәт әйтте һәм Башҡортостан Башлығының алғы һыҙыҡҡа китер алдынан тапшырған бетеүен әле лә һаҡлауы хаҡында һөйләне. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙәрҙе яйлап тыныс тормошҡа, дәүләт һәм муниципаль идара итеү системаһына индереү мөһим, тип билдәләне Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы йәки Башҡортостан Башлығы Хакимиәте нигеҙендә “Геройҙар ваҡыты” федераль мәғариф программаһының республика аналогын ғәмәлгә индереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. – Был ғәҙел, ҡулдарына ҡорал тотоп илебеҙҙе һаҡлаған егеттәр республика, муниципалитеттар менән идара итеү хоҡуғын аласаҡ. Уларҙың энергияһын, ҡаты тормош позицияһын, ныҡлы эске үҙәктәрен республиканы үҫтереү юлына йүнәлтәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров. Фондтың социаль оҙатыу буйынса филиалы етәксеһе урынбаҫары Альвера Зөбәйерова һәм Әбйәлил районы буйынса социаль координатор, һәләк булған МХО-ла ҡатнашыусының әсәһе Дилә Ғәлиуллина муниципалитеттар менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләрен күтәрҙе. Мәҫәлән, социаль координаторҙарҙы ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына оператив кәңәшмәләргә саҡырмайҙар. Транспорт бүлеү менән дә ҡыйынлыҡтар бар. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тейешле йөкләмәләр бирәсәкмен, тине Башҡортостан Башлығы. Мәскәү госпиталдәрендә дауаланған яралы яугирҙәр хаҡында һөйләгәндә, Радий Хәбиров уларҙы тәрбиәләгән ғаилә ағзаларының республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә бушлай йәшәй алыуын иҫкә төшөрҙө. Социаль координаторҙар билдәләүенсә, Башҡортостанда тыуып үҫкән, ләкин хеҙмәт итеү урыны буйынса йәшәгән кадр хәрбиҙәренең ата-әсәләре, шулай уҡ хәбәрһеҙ юғалған йәки әсирлектә ҡалған яугирҙәрҙең ата-әсәләре өсөн шифахана-курорт тәьминәте көнүҙәк мәсьәләләр булып тора. Башҡортостан Башлығы ошо темаларҙы өйрәнергә ҡушты. – Эшегеҙҙә ваҡ-төйәк мәсьәләләр юҡ. Һәр осраҡҡа, һәр мөрәжәғәткә бик иғтибарлы ҡарарға кәрәк. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте һеҙ күтәргән һәр мәсьәлә буйынса мотлаҡ саралар күрәсәк, – тине Радий Хәбиров. - Эшегеҙ ауыр. Әммә ваҡыт үтһә, уның менән ғорурланырһығыҙ, тип ышанам. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.