Һалҡын һәм ямғырлы көндәрҙән һуң Башҡортостанға эҫе килә. Вуз-ара студенттар кампусы резиденты Өфө фән һәм технологиялар университетының химия һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаҡлау институты директоры, Алексей Елизарьев йәйгеһен үҙеңде нисек тоторға кәңәштәр бирҙе. - Тәү сиратта, һыу балансы хаҡында хәстәрләгеҙ. Ҡәһүә, ҡара сәй, татлы газлы һыуҙы аҙыраҡ эсегеҙ. Газһыҙ минералка, морстар, лимонлы һыу, йәшел сәй эсегеҙ. Йәшелсә, емеш-еләк, майһыҙ ит йәки балыҡ, йәшелсә, һөт ризыҡтарына, һалҡын аштарға өҫтөнлөк биреп, туҡланыу рационына төҙәтмәләр индерегеҙ, - тине белгес. Ҡояштың иң әүҙем ваҡыты иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем тура килә, шуға күрә ошо ваҡытты бинала йәки күләгәлә уҙғарыу яҡшыраҡ, тип билдәләне ул. Урамға сығыр алдынан 15 минут ҡалғас, ҡояштан һаҡланыу өсөн крем һөртөргә кәрәк. Эҫе көндә еңел, асыҡ төҫтәге, тәбиғи туҡыманан кейемдә йөрөү яҡшыраҡ. Өйҙән сыҡҡанда баш кейеме һәм үҙең менән шешәлә һыу алырға кәрәк. Эҫе ҡапҡанын тойһағыҙ, һыулы ҡулъяулыҡ тән температураһын тиҙ түбәнәйтергә мөмкинлек бирер. Уны биткә, ҡушҡар һөйәгенә, муйынға, сикәгә ҡуйыу яҡшыраҡ. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24315/