Башҡортостанда республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында балалар хирургияһы буйынса эшмәкәрлеккә лицензия алған медицина ойошмалары һаны артты. Быйыл ярты йылда 2003 йылда теркәлгән 118 ойошмаға ошо профиль буйынса эшләүсе йәнә ете медицина ойошмаһы өҫтәлде. – Халыҡтың дүрттән бер өлөшөн балалар тәшкил итә, шуға күрә балалар хирургияһы ҙур әһәмиәткә эйә. Яңы тыуған сабыйҙарҙа һәм бер нисә айлыҡ балаларҙа үҫеш кәмселектәрен һәм хирургик сирҙәрҙе иртә осорҙа асыҡлау киләсәктә уларҙың тормош сифатын яҡшыртыусы ҡатмарлы әмәлиәттәрҙе башҡарырға ярҙам итәсәк, – тине министрлыҡтың лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Балалар хирургияһының тактикаһын һәм стратегияһын билдәләүсе мөһим үҙенсәлек бар. Балалар организмының һаҡлаусы функцияларының тиҙ кәмеүе дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү өсөн аҙ ваҡыт ҡалдыра. Шуға күрә белгескә ваҡытында мөрәжәғәт итеү мөһим.Хәҙер учреждениеларҙың лицензия алыуы еңелләштерелде. 15 көн эсендә был эште башҡарып сығырға мөмкин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.