Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Благовещен – Павловка трассаһы участкаһын ремонтлауҙың сираттағы этабы башланды. Подрядсы ойошма Павловка эргәһендә 2,7 километр оҙонлоҡтағы участкала эштәр алып бара. Тигеҙләү ҡатламын һалғандан һуң юлсылар асфальт түшәйәсәк, юл ситтәрен нығытасаҡ һәм тамғалар һыҙасаҡ. Был маҡсатҡа 43,4 миллион һум бүленгән. “Благовещен-Павловка трассаһы – популяр туристик йүнәлеш. Башҡортостандағы туристарҙы йәлеп иткән иң ҙур Павловка һыуһаҡлағысы ошонда урынлашҡан. Шуға күрә йәйгеһен хәрәкәт көсөргәнешлелеге арта. Юлдың ошо участкаһын ремонтлау юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттыра”, – тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Быйыл Благовещен - Павловка трассаһында милли проект сиктәрендә 12,7 километр оҙонлоҡтағы юлды төҙөкләндереү планлаштырыла. Был былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Әлеге участкалағы бөтә эштәрҙе 2024 йылдың өсөнсө кварталында тамамлау күҙаллана. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.