Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Береһе вафат булған, икенсеһе - дауаханала

Ял көндәрендә республикала үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ҡот осҡос авария М-5 «Урал» трассаһында була. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «Лада Гранта» водителе, Алкин ҡасабаһынан үткән юлда барғанда, Һамар яғына китеп барған «Ленд Ровер» автомобиленә юл бирмәгән. Һөҙөмтәлә сит ил машинаһы водителе авария урынында йән биргән. «Лада» водителе дауаханаға оҙатылған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған, авария сәбәптәре асыҡлана. Хөрмәтле водителдәр! Рулгә ултырғанда юл ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ, иғтибарлы булығыҙ. Һеҙҙең яңылышыуығыҙ арҡаһында башҡа кешеләр зыян күреүе ихтимал. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй, шуны онотмағыҙ! Фото: БР буйынса ЮХХДИ.