Билдәле блогер Рөстәм Нәбиевте республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә яҡшы беләләр. Күптән түгел генә ул Ирәмәл тауын яулаған ине. Әле ул тағы һөйөнөслө яңылығы менән уртаҡлашты. Республика Башлығы Радий Хәбиров блогер Рөстәм Нәбиевте "Башҡортостан Республикаһы ирекмәне" тигән маҡтаулы билдәһе менән бүләкләгән. Һуңғы өс йылда Рөстәм Нәбиев хәйриә проекттарына дүрт миллиондан ашыу аҡса биргән. Ул армияла хеҙмәт иткән сағында казарма емерелеп, ике аяҡһыҙ ҡалған егет. Тик ошо сәбәпле һынманы, киреһенсә, көслөрәк булып китте. Яратҡан ҡыҙына өйләнеп, ғаилә ҡорҙо. Әле улар Индира менән ике ҡыҙ үҫтерә. Рөстәм үҙенең өлгөһөндә инвалид кешеләр ҙә тулы тормош менән йәшәй алғанын дәлилләй, һәм халыҡ уны ошоноң өсөн ярата ла. Афарин, Рөстәм! Һин - күптәргә өлгө генә түгел, ә йәшәү рәүешен күрһәткән бер маяҡ та. Артабан да уңыштар юлдаш бул, рухың ныҡ булһын, ғаиләң менән бәхетле йәшә! Фото: Рөстәм Нәбиевтың социаль селтәренән