"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
Республикала ҡымыҙ бешеү миҙгеленең иң ҡыҙған мәле. Күп йылдар дауамында Башҡортостан Рәсәй субьекттары араһында ҡымыҙ етештереү буйынса беренселекте бирмәй. Йыл һайын республикала яҡынса эре һәм ваҡ 180 ҡымыҙ фермаһы эшләп килә. Өс айҙан ете айға тиклем һуҙылған һөт миҙгеле эсендә үҙебеҙҙә үҫтерелгән 8 мең баш бейә уртаса 500-ҙән 700 литрға тиклем һөт бирә. Былтырғы миҙгел дауамында ҡымыҙ хужалыҡтары йәмғеһе – 4 мең тонна традицион эсемлек етештергән. "Агростартап" грант программаһында ҡатнашып бихисап хужалыҡтар аттарының һанын бермә бер ишәйтә алды.
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта — Әлшәй районы фермеры Әлфиә Ғәниева.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».