Найти тему
Башҡортостан гәзите

Биш үлән күреү һәләтен яҡшырта

Был дарыу үләндәре күреү һәләтен яҡшырта.БәпембәБер стакан кипкән бәпембә үләне һәм тамырын 200 миллилитр һыуға һалып, 10 минут ҡайнатырға. Унан 30 минут төнәтергә. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 30 минут алда берәр аш ҡалағы эсергә.КесерткәнБер аш ҡалағы кипкән кесерткән үләнен 200 миллилитр ҡайнар һыуға һалып, 15-20 минут төнәтергә. Был төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә.Күгүлән (бәпкә үләне) — спорыш (горец птичий).Ике аш ҡалағы кипкән үләнде 200 миллилитр ҡайнар һыуҙа 10-15 минут төнәтергә. Аҙаҡ көнөнә 3-4 тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә.Һаҙлыҡ эйере (аир болотный)Бер аш ҡалағы кипкән үләнде 200 миллилитр ҡайнар һыуға һалып, 20-30 минут утта тоторға. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә.АҡтамырДүрт аш ҡалағы яҡшылап онталған кипкән үләнде бер литр һыуға һалып, һыу күләме дүрт тапҡырға тиклем кәмегәнсе ҡайнатырға. Әҙер булған шыйыҡсаны көнөнә 4-5 тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә. Сығанаҡ: https://hakmar.ru/articles/fay-aly-k-sht-r/2024-05-26/k-e-nasar-k-r-3784616?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485