Апайым бәләкәй саҡтан сибәр булды. Бер әсә менән бер атанан тыуғанбыҙ, тик ул миңә ҡарағанда күпкә һылыуыраҡ, һомғолораҡ ине. Бәләкәйҙән ул үҙенең матур икәнлеген яҡшы белде һәм бының менән бик оҫта файҙалана ине. Кем матур ғына баланың һорау-теләктәрен үтәмәһен инде?! Балалыҡ менән бер аҙ йәнем көйөп, ҡайһы берҙә көнләшһәм дә, быға әллә ни иғтибар итмәҫкә тырыша инем. Ә бына танауға еҫ инә башлағас, ысын проблемалар башланды. Сибәр апайыма ғашиҡ булмаған егеттәр ҡалманы. Кемде теләй, шуны “һә” тигәнсә үҙенә ҡаратып ала торғайны. Апайым менән бергә булһаҡ, миңә егеттәр менән танышыуға бер мөмкинлек тә булманы, барыһы ла тик уны күрҙе. Юҡ, мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел, йәмһеҙ ҙә түгелмен, тик бына апайымдың һылыулығы барыһын да ҡаплай ҙа ҡуя шул. Шуға күрә апайымдан ситләшеп, әхирәт ҡыҙҙарым менән йөрөй башланым. Тик бында ла Ғәлиә апай тынысланманы. Ул барыбер яңылыш ҡына килеп сыға ла, минең егеттәрҙе шунда уҡ үҙенә ҡаратып ала ине. Ҡайтып илайым, әсәйемә һөйләйем. Әсәйем уның менә