Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баймаҡта "Урман һабантуйы" үтте

Бынан ике йыл элек Баймаҡ районының Бетерә ауылында ағалы–ҡустылы Илсур һәм Тимур Нәбиуллиндар тәүге тапҡыр Урман һабантуйы үткәрҙе. Баймаҡ районы эшҡыуарҙары Илсур һәм Тимур Нәбиуллиндар оҙаҡ йылдар ағас эшкәртеү буйынса шөғөлләнә. Улар етештергән әйберҙәр сит илдәргә һатыла, ағасты тәрәндән эшкәртеү цехында заман талаптарына яуап биргән евровагонкаларҙан алып йорт төҙөү өсөн бөтә әйберҙәр эшләнелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән йыл Тимур Нәбиуллин вафат була, шуға күрә ағаһының үлемен ауыр кисергән Илсур һабантуйҙы кисектереп тора. Быйыл матур башланғыс йәнә дауам ителеп, үткән ял көндәрендә, Баймаҡ районының йәмле Граф күлендә Урман һабантуйы гөрләп үтте. Көндөң һыуыҡ, туҡтауһыҙ ямғыр яуып тороуына ла ҡарамаҫтан, байрамда ҡатнашыусыларҙың иҫәбе–һаны юҡ ине. Әйткәндәй, Илсур Нәбиуллиндың "Урман һабантуйы" республика фестивале Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына лайыҡ булды. Билдәле эшҡыуар, меценат Илсур Ғәйнетдин улы әйтеүенсә, республикала элек–электән ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн традицион һабантуйҙар үткәрелеп килә, ә урман тармағында эшләгәндәр үҙҙәренең оҫталығын күрһәтә алмай ине. Шуға күрә был проект республика кимәленә сыҡты һәм бик ҡыҙыҡлы тип танылды. Унда ат сабышы урынына, тракторҙар ярыша, көрәш урынына урмансылар үҙ осталығын күрһәтә: ағас йыға, ағастан төрлө һындар яһай. —Быйыл “Урман һабантуйы” Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында ойошторолдо, 3 миллион һумлыҡ грант оттоҡ. Шулай уҡ Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса, һабантуйҙа еңгән урмансыларҙы “Башҡортостандың атҡаҙанған урман хужалығы эшмәкәре” исеменә тәҡдим итәсәкбеҙ, был да урмансыларҙың эшен баһалауҙа оло ваҡиға булып тора,–ти байрам хужаһы Илсур Нәбиуллин. Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Шулай уҡ сараны йәмләп Башҡортостан сәнғәте йондоҙҙары–БР халыҡ артисы Азамат Тимеров, Заһир Иҫәнсурин, БР атҡаҙанған артисы Заһир Зәйнетдинов (Зәйнетдин), төрлө йыр конкурстары еңеүсеһе, өмөтлө йәш йырсы Әлиә Исҡужиналар сығыш яһаны. Был юлы ҡатнашыусылар өсөн төрлө ярыштар ҡаралған ине. Урмансылар ағас йығыу, ағас ултыртыу, балта һаплау, таҡта йышыу, ағастан төрлө һындар эшләү буйынса төрлө ярыштарҙа ҡатнашһа, шулай уҡ тракторҙар ярышы, геройҙар уҙышы, ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға төрлө мауыҡтырғыс уйындар ойошторолдо. Иң мөһиме - еңеүселәрга ҡыйбатлы бүләктәр әҙерләнгән. Әйткәндәй, Баймаҡ районында урмандар дөйөм майҙаны 160 мең гектарҙан ашыу тәшкил иткән район биләмәһенең дүрттән бер өлөшөн тиерлек биләй. Баймаҡ районында меңәрләгән кешенең яҙмышы быуаттар дауамында ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән урман тармағына бәйле. Тармаҡта “Баймаҡ урман хужалығы” ҙур эш башҡара. Предприятие йыл һайын дәүләт урман фондын тергеҙеү эштәрен алып бара, урманды һаҡлау буйынса саралар уҙғара. 2012 йылдан “Баймаҡ урман сәнәғәтселәре союзы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй, ул 33 ойоштороусыны берләштерә. Районда ағас эшкәртеү цехтары эшләй, погонаж изделиелар, таҡталар, бурса етештерелә. Халыҡта евровагонка, блок-хаус һәм башҡа продукция ҙур һорау менән файҙалана. Фото: Андрей Фадеев.