Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһенең балет артисы Илнар Хәтмуллиндың махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булыуына - бер йыл. Илнар - Сибай филармонияһы бейеүселәре Лариса һәм Илдар Хәтмуллиндарҙың баш балаһы. Ул 2000 йылдың 5 апрелендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбендә 9-сы класты тамамлай. Унан Сибай сервис һәм төҙөлөш колледжында “Автомеханика” йүнәлешендә уҡый. Атаһы Илдар Булат улы, әсәһе Лариса Шәйнур ҡыҙы кеүек Илнар ҙа бейеүгә әүәҫ була, ҡаланың Балалар сәнғәт мәктәбенең “Осҡон” халыҡ балалар ансамблендә шөғөлләнә. Оҫта йәш бейеүсене 2017 йылда Сибай концерт-театр берекмәһенә балет артисы итеп эшкә алалар.2019 йылда уҡыуын бөткәс, әрме сафында бронетранспортерҙа водитель-механик булып хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Сибай концерт-театр берекмәһендә эшен дауам итә.Илнар тыныс, мәрхәмәтле, изге күңелле, аралашыусан, үҙ фекерле, дуҫтары араһында абруйлы була.2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизацияға эләгә, махсус хәрби операция биләмәһендә мотоуҡ