Башҡортостан журналистары махсус хәрби операция биләмәһендә сираттағы командировкала. Маҡсаттары изге – Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған яугирҙәрҙең хәлдәрен белешеү, ундағы хәл-ваҡиғалар тураһында республика халҡына дөрөҫтө һөйләү, көнүҙәк мәҡәләләр әҙерләү һәм, әлбиттә, республиканан күстәнәстәр алып барыу. Бындай мөһим, шул уҡ ваҡытта хәүефле командировка инде нисәнсе тапҡыр Башҡортостандың Журналистар союзы башланғысы менән ойошторола. Унда өсөнсө тапҡыр союз рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов үҙе барҙы. Улар яугирҙәргә маскировка селтәрҙәре, ҡоро душтар, башҡа төрлө кәрәк-яраҡ алып барҙы. – Уларҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы ирекмәндәре әҙерләп ебәрҙе. Шулай уҡ коллегабыҙ – “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире, “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Рәмил Мансуров биргән шифалы балды, Баймаҡ эшҡыуары Зөлфирә Әминева ҡыҙы Гөлдәр Ишҡыуатова менән бергә әҙерләп ебәргән тәмле ҡоротто ла тапшырҙым, – ти Вәдүт Ғәйфулла улы. Егеттәр бүләктәрҙе ҡыуанып ҡабул итте. Улар араһында “Музей” позывнойы аҫтында алышҡан Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, тарих фәндәре кандидаты, батальон замполиты Марат Зөлҡәрнәев тә бар. “Музей” менән “Амур” рәхмәт әйтте. – Башҡортостан Республикаһы журналистарына ҙур рәхмәт! Улар беҙҙең яҡҡа килеп, махсус хәрби операция биләмәһендә булған һәр һалдат менән күрешеп, уларҙың хис-тойғоларын белешеп, эске донъяһына инеп аралаша, һәр кеме менән күрешергә тырыша. Беҙҙең нисек йәшәгәнде күреп, халыҡҡа еткереп торалар. Журналистар үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, һәр блиндажға, хатта алғы һыҙыҡҡа килеп етәләр. Ҙур рәхмәт һеҙгә! – тине “Музей”.