Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төҙөкләндерелгән пляжды халыҡ та үҙ итә

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) Әбйәлил районының “Ҡайындар” ял йорто биләмәһендә пляж төҙөкләндерелде. Был турала төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Биләмәлә һыу төбө тикшерелеп таҙартылған, быяла, ағас төптәре, йылға үҫентеләренән азат ителгән. Шулай уҡ һыуҙың, ҡомлоҡтоң сифаты лабораторияла тикшерелгән. Һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләр өсөн биләмәлә махсус кабинкалар, һыуға төшөү өсөн пандустар урынлаштырылған. Биләмәгә беренсе категория бирелгән. Был иһә Рәсәй туризмы индергән туристик пляждары сифатының иң юғары категорияһы. Бөгөн Башҡортостанда бындай классификацияға ике генә пляж эйә: Әбйәлилдәге “Ҡайындар" һәм Өфөләге “Аҡ яр”. -Йәйге осорҙа пляждарға халыҡ күпләп йөрөй. Быйыл “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проктына ярашлы пляждарҙы төҙөкләндереү буйынса 23 проект тормошҡа ашырыла, - тине республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты Рәсәй буйынса сәйәхәттәр һанын 2030 йылға йылына 140 миллионға тиклем арттырыуҙы күҙаллай. Милли проект ил буйынса сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ, һәм ҡыҙыҡлы итергә ярҙам итә. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.