Ғафури районының Красноусол ауылында Усолка йылғаһының яры төҙөкләндерелә, тип хәбәр итә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы. Был саралар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда) буйынса башҡарыла. -Был биләмә элекке быяла заводынан йыраҡ түгел урынлашҡан. Төҙөкләндереү проектына пирс төҙөү ҙә инә, унда айырым япмалар аҫтында бер нисә эскәмйә урынлаштырыласаҡ. Парковка урындары, юлдар булдырыла, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыла, бәләкәй архитектрура формалары эшләнә. Бөгөн подрядсы ойошма нигеҙҙе төҙөү өсөн ер эштәре менән шөғөлләнә, - тип хәбәр итә министрлыҡ. Һөҙөмтәлә, йыл аҙағына һыу ятҡылығы эргәһендә төҙөкләндерелгән зона барлыҡҡа киләсәк. Киләһе йылда “Юность” паркы биләмәһендә стадионды төҙөкләндереү ниәтләнә. Унда тамаша трибуналары яңыртыласаҡ, йүгереү өсөн юлдар, пляж волейболы зонаһы яңы төҫ аласаҡ. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡала мөхите уңайлылығын күтәреү. Милли проект гра